День родного языка
21 февраль ЮНЕСКО тарафынан Халыҡ - ара туған тел көнө тип иғлан ителде.
Тел – кешелек йәмғиәтенең иң ҙур ҡаҙанышы. Донъяла кеше бер үҙе генә йәшәй алмай, ул башҡа кешеләр менән аралашыуға мохтаж. Һөҙөмтәлә, аралашыуға, бер-берең менән фекер алышыуға булған ихтыяждан тел барлыҡҡа килә.
Тел шул уҡ ваҡытта ижтимағи күренеш. Ул кешелек йәмғиәте тыуыу менән бергә барлыҡҡа килгән һәм кешелек йәмғиәте үҫеше менән бергә үҙгәрә, байый һәм үҫә.
Баҡалы икенсе дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты. Иртән мәктәпкә килеп инеү менән уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы байрам атмосфераһы ҡолас йәйеп ҡаршы алды. 8г класс етәксеһе Зәкирова З.Ф. һәм уҡыусылары ойошторған милли музыка, һәр тәнәфес һайын рус, башҡорт, татар, телдәрендә яңғыраған тел тураһында мәғлүмәттәр, шиғырҙар бөтәһенең күңеленә хуш килгәндер, мөғайын.
Туған телдәр көнө мәктәптәге атмосфера менән генә сикләнеп ҡалманы. Татар, рус, башҡорт телдәренән бирелгән класс сәғәттәре, дәрестәр, төрлө саралар, конкурстар, күргәҙмәләр һәр уҡыусыла туған телгә булған һөйөүҙе, уға ихтирам хистәрен тағы ла арттырҙы.
Ә 3 синыф уҡыусылары араһында ойошторолған бәйге – “Телен һаҡлаған – илен һаҡлаған.” ( Хакимова В.Р.), 4,5-се кластар араһында уйын – дәрес "Телдәр донъяһында",( Әхмәтйәнова В.М) , 6,8 кластарҙа үткәрелгән класс сәғәттәре «Ил тарихы- тел тарихы»(Шафигуллина А.А, Трофимова Ф.С) һәр баланың иҫендә ҡалғандыр. Был сарала уҡыусылар башҡорт , татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә алған белемдәрен ҡамиллаштырып ҡына ҡалманы, тағы ла үтеләсәк дәрестәргә ҡанат ҡуйҙы.
Ғөмүмән, туған тел әсә һөтө менән ҡаныбыҙға һеңгән. Әсә теле донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем биргән ғәзиз тел.
Ул башҡа телдәрҙе белергә юл асҡан. Ике йәки бер нисә тел белеү нур өҫтөнә нур була. Туған телебеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булып, уны һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һөйләшеп, уның сафлығы, матурлығы өсөн көс һалайыҡ, дуҫтар!





